Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
22 Июль , 14:35

Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт ҡылды

Салауат районы пенсионерҙары Малаяҙ - Торатау - Мәләүез – Нөгөш маршруты буйынса автобуста сәйәхәт ҡылды.

Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт ҡылды
Хаҡлы ялдағылар сәйәхәт ҡылды

Башҡортостан туристар ағымының артыуы күҙәтелгән төбәктәр иҫәбенә инә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында булдырылған "Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек", мәктәп һәм сәнәғәт туризмы программалары республикала туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Салауат районы пенсионерҙары ла ошо мөмкинлек менән файҙаланып Малаяҙ - Торатау - Мәләүез – Нөгөш маршруты буйынса автобуста сәйәхәт ҡылды. Был делегацияны Салауат районы ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева етәкләне.

Салауат районы автотуристары бер сәйәхәттә туризмдың төрлө төрҙәрен һынап ҡараны: Башҡортостандың иҫтәлекле тәбиғәт объекттарында йәйәүләп йөрөнө, тау туризмында үҙҙәрен һынаны, боронғо Торатау шиханын яуланы, Нөгөш күле киңлектәрендә йөҙөп, һыу туристары ла булды. Шулай уҡ оло йәштәгеләр Усолки тоҙло һыуында һауыҡтырыусы ванналар алды, Мәләүез музейында белемен тәрәнәйтте, Воскресенск баҡыр иретеү заводы,  Уҡлы-Ҡая ҡаяһы, легендар Шайморатов һәйкәле кеүек республика туризмындағы яңы локацияларҙы күреп һоҡланды.

- Өс көнлөк сәйәхәт бер тында үтте! Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ишембай, Ғафури райондары биләмәләренең туристик маршруттары буйынса, ә ғөмүмән, тыуған республикаһының 10 районынан Һәм Силәбе өлкәһе маршруты буйынса сәйәхәт иттек, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Көнһылыу Ҡазихан ҡыҙы.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: