«Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп иғтибар бүләбеҙ. Бында республика халҡы ла әһәмиәтле роль уйнай. Беҙ ошондай әүҙем, туған телендә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм ошо һөйөүҙе башҡаларға ла еткереүселәргә ярҙам итергә булдыҡ. 1 сентябрҙә Башҡортостанда физик шәхестәр өсөн гранттар конкурсы старт алды. Унда 18 йәштән өлкән граждандар ҡатнаша ала. Төп шарт — конкурста ҡатнашҡан проекттар башҡорт телен, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырһын ине», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙә.
Конкурста төрлө йүнәлештәр буйынса ҡатнашырға мөмкин, тип билдәләне ул. Йәштәр медиаһы, IН, мәғариф, мәҙәниәт һәм фән. Проектты тормошҡа ашырыуға күп тигәндә 200 мең һум алырға мөмкин.
Ғаризалар 2023 йылдың 30 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт - бында.
Бынан алдараҡ «Башинформ» 2024 йылда Президент гранттары фондының беренсе конкурсына ғаризалар ҡабул итеүҙәре хаҡында яҙғайны.