Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
30 Август 2023, 18:05

Уҡыусылар һәм студенттар ҡала яны поездарында 50 процент ташлама менән йөрөй ала

2023 йылдың 1 сентябренән уҡыусылар һәм көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар Башҡортостан ҡала яны поездарына 50 процент ташлама менән билеттар һатып алыу мөмкинлегена эйә буласаҡ.

Уҡыусылар һәм студенттар ҡала яны поездарында 50 процент ташлама менән йөрөй ала
Уҡыусылар һәм студенттар ҡала яны поездарында 50 процент ташлама менән йөрөй ала
Ташламалы билетты нисек алырға?

Уҡыусылар билет кассаһында ташламаға эйә булыу статусын раҫлаған документ күрһәтергә тейеш. Уҡыусылар - мәктәптән белешмә, студенттар - студент билеты.

Документта уҡыусының исеме һәм фамилияһы, белем биреү учреждениеһының реквизиттары, юридик адресы, белешмәнең номеры, датаһы һәм ғәмәлдәге уҡыу осоро күрһәтелергә тейеш. Ул мисәт һәм етәксенең ҡултамғаһы менән раҫланырға тейеш.

Ташламалы билетты “РЖД Пассажирҙарға” мобиль ҡушымтаһында ла рәсмиләштерергә мөмкин. Ҡушымтала теркәлгәндән һуң киләһе тәүлеккә билет һатып алырға була.

Ташлама 2024 йылдың 15 июненә тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт - Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы сайтында.

Билет кассаларының адрестары

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
 
Автор:
Читайте нас: