Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
28 Август 2023, 14:25

Башҡортостанда биш һумлыҡ яңы купюралар әйләнешкә керҙе

Улар 1998 йылғы өлгөләге банкноталарҙан айырылмай, әммә хеҙмәт итеү ваҡыты оҙаҡҡа иҫәпләнгән.

Башҡортостанда биш һумлыҡ яңы купюралар әйләнешкә керҙе
Башҡортостанда биш һумлыҡ яңы купюралар әйләнешкә керҙе

Хәҙер купюралар һаҡлағыс лак менән ҡаплана, был хеҙмәт итеү ваҡытын 30 процентҡа арттыра. Рәсәй банкы уларҙы 2022 йылда яңынан сығара башланы.

«Биш һумлыҡ купюралар әйләнештән алынманы, бары тик бер нисә йыл баҫылманы һәм шуға һирәк осрай ине. Уларға ике меңенсе йылдар башында ихтыяж булды, ләкин купюралар тиҙ туҙҙы. Һөҙөмтәлә Рәсәй банкы уларҙы тимер аҡсаға алмаштырҙы. Хәҙер иһә тимер аҡса һуғыуға ҡарағанда ҡағыҙ купюра отошлораҡ», - тип аңлатты Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы урынбаҫары Егор Михтанюк.

Шул уҡ ваҡытта биш һумлыҡ тимер аҡсаларҙы банкноталар менән алмаштырыу хаҡында һүҙ бармай - икеһе лә берҙәй әйләнештә йөрөйәсәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: