Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
5 Июль 2023, 17:20

Лаҡлы мәмерйәһенә асфальт юл түшәлә

Салауат районының “Янғантау” геопаркы объекттарының береһе – Лаҡлы мәмерйәһенә илткән юлға асфальт һалынасаҡ.

Лаҡлы мәмерйәһенә асфальт юл түшәлә
Лаҡлы мәмерйәһенә асфальт юл түшәлә

“Янғантау” геопаркын үҫтереү һәм “проблемалы” юлдарҙы йүнәтеү программаларына ярашлы, ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Эштәр киләһе аҙнала башлана.

Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ришат Сафин хәбәр итеүенсә, комиссия менән урынға барып, эш күләме баһаланған. Юл тәүҙә нығытылып, өҫтөнә асфальт түшәләсәк. Малаяҙ – Лаҡлы – Үрге Ҡыйғы – Үңкүрҙе автомобиль юлы эргәһенә 20 урынлыҡ автотуҡталҡа эшләнәсәк. Йәйәүлеләргә мәмерйәнең тау итәгенә тиклем уңайлы тротуар төҙөләсәк. Лаҡлы мәмерйәһе – ЮНЕСКО-ның "Янғантау" геопаркының төп объекттарының береһе. Йыл һайын бында меңәрләгән турист килә, ул глобаль геопарктың биш төп маршрутына индерелгән.

Шулай уҡ Салауат районында Миәшәгәр – Торналы – Мөрсәлим автомобиль юлының Йыланыш ауылы (9,2 – 12,2 км) һәм Лағыр ауылы (30,8 – 33,1 км) эргәһендәге участкаларын ремонтлау планлаштырыла. Хәҙер проект дәүләт экспертизаһында, унан һуң аукцион иғлан ителәсәк. Эштәрҙе август-сентябрҙә башҡарыу планлаштырыла.

 

Лаҡлы мәмерйәһенә асфальт юл түшәлә
Лаҡлы мәмерйәһенә асфальт юл түшәлә
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: