- Куба Республикаһы беҙҙең өсөн - рәсәйлеләрҙең төп партнеры һәм популяр ял итеү урыны. Беҙ Рәсәйгә эшлекле һәм туристик маҡсат менән килә алған Куба граждандарына ла һәр ваҡыт шатбыҙ, - тип белдерҙе вице-премьер Дмитрий Чернышенко.
Әлеге ваҡытта Куба Республикаһы менән Рәсәй араһында аҙнаһына 6 чартер рейсы башҡарыла. Йыл йомғаҡтары буйынса чартер һәм даими ташыуҙар буйынса дөйөм пассажирҙар ағымы 150 мең самаһы кеше тәшкил итер тип көтөлә.
- Самолеттар буш тормаясаҡ, был йүнәлештә рейстар етмәй. Бынан тыш, даими рейстарҙы үҙҙәре илдә булыу көндәрен планлаштырған үҙ аллы сәйәхәтселәр ярата, - ти Өфө туристик агентлыҡтарының береһенең директоры Татьяна Борзова.
Татьяна Борзова һүҙҙәренсә, Куба банкоматтары «Мир» түләү системаһы менән эшләй, әле ҡунаҡханаларҙа, магазиндарҙа, ресторандарҙа һәм башҡа урындарҙа «Мир» картаһы менән түләү мөмкинлеге өҫтөндә эш алып барыла.
- Рейстар һанының артыуы осоштарға хаҡтарҙың төшөүенә лә булышлыҡ итәсәк, - тип билдәләне турагентлыҡ директоры.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡайһы бер илдәрҙең Рәсәй самолеттары өсөн һауа киңлеген ябыуы арҡаһында 2022 йылдың яҙында Рәсәйҙән Кубаға даими рейстар туҡтатылды.