Һөйөнсө!
20 Января 2023, 09:00

2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды

1 февралдән беренсе балаға әсәлек капиталы күләме  — яҡынса 587 мең һумға, икенсеһенә иһә 775,6 мең һумға еткерелә. Был турала 19 ғинуарҙа Рәсәй Финанс министрлығының рәсми сайты хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды
2023 йылда әсәлек капиталының күләме билдәле булды

«2023 йылдың 1 февраленән социаль түләүҙәрҙе 11,9% индексациялауға сығымдар 152,4 миллиард һум тәшкил итәсәк. Индексация  40-тан ашыу социаль ярҙам сараһына, шул иҫәптән бала тәрбиәләү буйынса пособиеға, инвалидтарға, ветерандарға һәм чернобылселәргә айлыҡ түләүҙәргә, айлыҡ страховка түләүенә ҡағыла», — тип билдәләнә ведомство сайтында.

Бынан алдараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә быйыл хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен инфляция кимәленән юғарыраҡ индексацияларға ҡушҡайны.

Автор: