Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
11 Ғинуар 2023, 17:05

Республикала берҙәм пособие был аҙнала уҡ түләнә башлай

Бөгөнгә Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге 9 675 балаға берҙәм пособие тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһенән.

Республикала берҙәм пособие был аҙнала уҡ түләнә башлай
Республикала берҙәм пособие был аҙнала уҡ түләнә башлай

Әлеге ваҡытта Фондтың төбәк бүлексәһенә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яңы пособие алыу өсөн бөтәһе 35 мең ғариза килгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризалар 28 декабрҙә ҡабул ителә башланы, 4 ғинуарҙа ата-әсәләрҙең мөрәжәғәттәрен Социаль фондтың клиент хеҙмәттәре лә ҡабул итте.

«Ғаризаларҙы ҡарау 3 ғинуарҙа башланды, хәҙерге ваҡытта 17 йәшкә тиклемге 9 675 балаға түләүҙәр хупланды. Берҙәм пособие биреүҙең ғәмәлдәге ваҡытын иҫәпкә алып, ғаиләләр тәүге түләүҙе аҙна аҙағынаса алырға тейеш. Аҡса документ тултырғанда күрһәтелгән иҫәпкә күсерелә. Шулай уҡ 143 йөклө ҡатын-ҡыҙҙың ғаризаһы буйынса ыңғай ҡарар сығарылды», – тип белдерҙеләр Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан тыш, ғинуарҙың тәүге көндәрендә уҙған йылдың аҙағына тиклем республика ғаиләләрендә 3 йәшкәсә 564 беренсе сабыйға түләүҙәр хупланды. Хәҙер был түләү берҙәм пособиеға инә һәм яңы ҡағиҙәләр буйынса рәсмиләштерелә. Шул уҡ ваҡытта, әгәр бала 2023 йылға хәтлем тыуған икән, ата-әсә пособиены бынан алда ғәмәлдә булған шарттар буйынса алырға мөмкин. Йәғни мөлкәтте иҫәпкә алмайынса һәм ғаиләнең килеме юғарыраҡ булған осраҡта – бер кешегә ике йәшәү минимумы сиктәрендә.  

Автор:
Читайте нас: