Иҫке ҡушымта версияһына эйә булыусыларға файҙаланыу өсөн ресурсты яңыртырға кәрәк. Артабан "Водитель таныҡлығы" тигән яҙмаға баҫһаң, үрҙә телгә алынған QR-кодты күрһәтергә була. Һынау сиктәрендә автоһәүәҫкәр был документты ҡушымтаға күсереп, аҙаҡ юл-патруль хеҙмәте инспекторы документтарҙы тикшергән осраҡта уны күрһәтә ала.
Сервисты офлайн режимында файҙаланыу мөмкинлектәрен яйға һалыу әүҙем эшләүгә ҡарамаҫтан, бындай тикшереү үткәреүҙә сикләүҙәр булыуын да онотмаҫҡа кәрәк. Мәҫәлән, Интернеттың булмауы уны үткәреүгә бөтөнләй юл ҡуймаясаҡ.
"Әлеге ваҡытта, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, водитель таныҡлығының һәм автомобилде теркәү документының булыуы мотлаҡ, уларҙы инспекторҙың талабы буйынса күрһәтергә кәрәк. Яҡын арала был норма онотолор, тип ышанам," – тип хәбәр итте республиканың ЮХХДИ Идаралығы начальнигы Владимир Севастьянов Телеграм-каналда.