– Икенсе йыл инде Башҡортостанда йәшәүселәрҙең мобиль элемтәнең база станцияһын ҡуйыу талап ителгән ауыл тураһында хәбәр итеү мөмкинлеге бар. Беҙҙең төбәктә тәүге тауыш биреү йомғаҡтары буйынса 130 тораҡ пункт һайлап алынған, уларҙа йәшәүселәр әүҙем тауыш биргән. 2022 йылдың тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса 117 ауыл «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү 2.0» федераль проектына индереләсәк, – тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.
2023 йылда республиканың 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән 247 тораҡ пунктында мобиль интернет һәм элемтә барлыҡҡа киләсәк. «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» – Һанлы үҫеш министрлығының өҫтөнлөклө проекттарының береһе. Ул 2030 йылға илдең 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән бөтә тораҡ пункттарына интернет үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта элемтә һәм интернет ҡайҙа кәрәклеген халыҡ үҙе һайлай.
Әле Бөтә Рәсәй тауыш биреү бара. Башҡортостанда ғәҙәттәгесә Белорет, Шаран, Хәйбулла, Ҡыйғы, Әбйәлил, Йылайыр һәм Баймаҡ райондарында йәшәүселәр әүҙем тауыш бирә. Дәүләт хеҙмәттәре порталында ғына республикала 31 меңдән ашыу кеше тауыш биргән.
Интернет һәм цифрлы технологиялар кешеләрҙең тормошон уңайлыраҡ итәсәк – күп заманса сервистар, мәҫәлән, онлайн-белем биреү, электрон дәүләт хеҙмәттәре, телемедицина эшләйәсәк.
18 йәштән өлкән һәр Рәсәй гражданы үҙе даими теркәлгән тораҡ пункт өсөн тауыш бирә ала. Шулай итеп, халыҡ 2023 йылда уҡ заманса элемтә һәм интернет ҡайҙа кәрәклеген үҙаллы хәл итә ала.
Тауыш бирергә мөмкин:
1. Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн.
-Бының өсөн раҫланған иҫәп яҙмаһы булыуы мөһим.
-Тауыш биргәндә Башҡортостан Республикаһының 100-ҙән 500-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пунктын һайларға кәрәк.
2. Һанлы үҫеш министрлығына хат менән.
-Әгәр һеҙ шәхси рәүештә тауыш бирһәгеҙ, хатта исем-шәрифте, даими теркәлеү адресын һәм мобиль интернет кәрәк булған ауылды күрһәтергә кәрәк.
-Әгәр һеҙ күмәкләп – бөтә ауыл менән тауыш бирһәгеҙ, «Рәсәй почтаһы» тарафынан Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына ғариза ебәрергә кәрәк. Уның адресы: 123112, Мәскәү ҡалаһы, Пресненская набережная, 10-сы йорт, 2-се корпус. Был хаттарҙан алынған мәғлүмәттәр министрлыҡҡа килгән һайын иҫәпкә алынасаҡ.
Шуны күҙ уңында тотоғоҙ: быйыл онлайн тауыш биреү 12 ноябргә тиклем дауам итә. «Рәсәй почтаһы» ебәргән хаттар, әгәр улар министрлыҡҡа 2022 йылдың 26 ноябренән дә һуңға ҡалмайынса килһә, иҫәпкә алына.
2030 йылға «Һанлы тигеҙһеҙлекте бөтөрөү» проекты ярҙамында республикала 100-ҙән алып 500-гә тиклем кеше йәшәгән барлыҡ тораҡ пункттар мобиль интернет менән тәьмин ителәсәк.