Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
19 Сентябрь 2022, 21:30

«Мостай Кәрим» теплоходы һүрәте төшөрөлгән почта маркаһы әйләнешкә сыҡты

Билдәле башҡорт шағиры, яҙыусы һәм драматургтың исеме сентябрҙә әйләнешкә сыҡҡан почта маркаһында сираттағы тапҡыр донъя күрҙе. Унда йылға пейзажы фонында дүрт палубалы «Мостай Кәрим» круиз лайнеры төшөрөлгән. «Мостай Кәрим» заманса Рәсәйҙә төҙөлгән тулы үлсәмле беренсе круиз теплоходы булыуы менән үҙенсәлекле. Ул әҙиптең йөҙ йыллығы алдынан 2019 йылда һыуға төшөрөлдө.

«Мостай Кәрим» теплоходы һүрәте төшөрөлгән почта маркаһы әйләнешкә сыҡты
«Мостай Кәрим» теплоходы һүрәте төшөрөлгән почта маркаһы әйләнешкә сыҡты

120 000 дана тираж менән маркалар Рәсәйҙең почта бүлексәләренә килгән. Бер марканың хаҡы - 18 һум.

«Художестволы почта маркалары беҙҙе күренекле кешеләр, тарих йәки архитектура ҡомартҡылары менән таныштырыуҙан тыш, ниндәйҙер яңылыҡ та аса. Был юлы ла кемдер Мостай Кәримдең билдәле яҡташыбыҙ ғына түгел, уның хөрмәтенә аталған заманса теплоходтың исеме икәнлеген ҡыҙыҡһынып белгәндер тип уйлайым», - тип билдәләне Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ленард Шафиҡов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығы йылында уның һүрәте төшөрөлгән марка һәм конверт почта әйләнешенә сыҡҡайны. Мостай Кәримдең исемен Өфөләге аэропорт һәм йәштәр театры, шулай уҡ Башҡортостанда, Мәскәүҙә, Ҡазанда һәм Екатеринбургта урамдар йөрөтә.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:
Читайте нас: