Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
27 Август 2022, 09:00

Льготалы ауыл ипотекаһы программаһының ваҡыты сикләнмәй

Ауыл ерендә торлаҡ төҙөү йәки һатып алыу өсөн льготалы ипотека кредиттары программаһының ваҡыты сикләнмәй. Был туралағы ҡарарға хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Льготалы ауыл ипотекаһы программаһының ваҡыты сикләнмәй
Льготалы ауыл ипотекаһы программаһының ваҡыты сикләнмәй

18 августа Тамбовта «Бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе үҫтереү» һәм «Йәшәү өсөн мөхит: үҙ йортоң» Бөтә Рәсәй форумдарының пленар сессияһында сығыш яһағанда ул ошо хаҡта белдерҙе.

«Ауыл халҡы программа тамамланғансы өлгөрмәҫбеҙ тип ҡурҡмай, йорт һатып алыу йәки төҙөү өсөн кредит юлларға мөмкин», – тип билдәләне министрҙар кабинеты башлығы.

Тәүҙә программа 2022 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә булырға тейеш ине. Хәҙер тағы ла күберәктәрҙең йылына 3% тиклем льготалы ставка менән ипотека кредиттары алыу мөмкинлеге бар.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-08-18/programmu-lgotnoy-selskoy-ipoteki-sdelali-bessrochnoy-2914868

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: