Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
27 Май 2022, 16:00

Ял көндәрендә республикала 25 градусҡаса йылыта

Ял көндәрендә Башҡортостанда 25 градусҡаса йылыта, тип фаразлай синоптиктар. Башгидромет хәбәр итеүенсә, 27 майҙа көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көнбайышта бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫә, урыны менән секундына 16 метрға етеүе ихтимал.

Ял көндәрендә республикала 25 градусҡаса йылыта
Ял көндәрендә республикала 25 градусҡаса йылыта

Һауа температураһы көндөҙ +15, +20 градус.

Шәмбе синоптиктар төндә урыны менән, көндөҙ республика буйынса ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен вәғәҙәләй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә +5, +10 градус, көндөҙ +16, +21 градус.

Йәкшәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын.

Һауа температураһы төндә +7, +12 градус, көндөҙ +20, +25 градус.

Автор:
Читайте нас: