Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
17 Февраль 2021, 12:19

Рауил Шаммас – Башҡортостандың халыҡ шағиры!

Башҡортостан Башлығы Указы менән билдәле шағир Рауил ШАММАСҡа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеме бирелде. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министрлығы рәсми сайтында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Указы менән билдәле шағир Рауил ШАММАСҡа “Башҡортостандың халыҡ шағиры” исеме бирелде. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министрлығы рәсми сайтында хәбәр итте.
Юғары дәүләт наградаһын Башҡортостан мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев тапшырҙы. Ул әҙипкә республика етәкселегенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Эпидемиологик хәлгә бәйле, награданы тапшырыу тантанаһы шағирҙың өйөндә үтте.
Әҙәбиәт һөйөүселәр шағирҙы, әлбиттә, Рауил Шаммас исеме менән белә. Ул 1930 йылдың 9 ноябрендә Стәрлебаш районының Хәлекәй ауылында донъяға килгән.
СССР-ҙың Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ф. Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаты, республиканың дәүләт наградаһы – Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры.
Бала саҡтан китапҡа, китап һүҙенә ғашиҡ егет мәктәпте көмөш миҙалға тамамлай. Йылайырҙың Һабыр ауылында рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, йәш кенә көйө директор вазифаһында ла эшләй. 1956 йылдан – тыуған районының Йәшергән ауылында балалар уҡыта.
1958 йылда Рауил Шаммасов яҙмышын журналистика менән бәйләй. Башта район гәзитендә тәржемәсе, аҙаҡ бүлек мөдире булып эшләй. Эшенән айырылмай, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлай.
1962 йылда “Ҡыҙыл таң” республика гәзитенә эшкә килә. Был редакцияла яуаплы секретарь урынбаҫары, идеология бүлегендә әҙәби хеҙмәткәр була, партия тормошо бүлегенә етәкселек итә. Коллегалары уны редакцияның партбюро ойошмаһы секретары итеп тә һайлай.
1972 – 1981 йылдарҙа Р. Шаммас Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир булып эшләй. 1982 – 1984 йылдарҙа СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан бүлексәһендә яуаплы хеҙмәткәр була. Бынан аҙаҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзында, “Һәнәк” журналында эшләй.
Йәш шағирҙың ижад емештәре 1950 йылдарҙа уҡ матбуғат биттәрендә баҫыла башлай. Ә 1967 йылда “Таң йылмайыуы” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. “Уттар”, “Донъя йөгө”, “Ҡояшлы тәҙрәләр”, “Шишмәле тау”, “Ҡар һыуҙары китә” йыйынтыҡтары авторҙың исемен әҙәбиәт һөйөүселәргә киң таныта. Бынан һуң инде шағирҙың бер-бер артлы тиҫтәләгән китабы донъя күрә. 1987 йылда Мәскәүҙең “Современник” нәшриәтендә рус телендә баҫылған “Березовый сок” исемле китабын да уҡыусылар йылы ҡабул итә.
Рауил Шаммас әҫәрҙәрендә үҙ заманының актуаль мәсьәләләрен күтәрә, фәлсәфәүи уйҙарға бирелә.
Шағирҙың бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Шуғалыр ҙа, ижадында илһөйәрлеккә, тыл хеҙмәтсәндәре фиҙакәрлегенә, әсәләр батырлығына киң урын бирелә. Уның “Уттар”, “Йән йәшәртер йәмдәрем”, “Яраларҙы һөйөү дауалар” һәм башҡа китаптары – шул турала.
Тыуған яҡҡа һөйөү, хеҙмәт кешеһенә дан йырлау темалары ла үҙәк урындарҙы алып тора. Лирик шиғырҙарында иһә мөхәббәт темаһы асып бирелә, әҙәм балаһының бай эске донъяһы, тәрән кисерештәре сағыла. Кеше күңеленең иң нескә ҡылдарына тейгән лирикаһына юҡҡамы ни атаҡлы композиторҙар Салауат Низаметдинов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәриповтар көй яҙып, матур йырҙар тыуа.
Әҙип проза жанрында ла әүҙем эшләй. “Күперһеҙ йылға”, “Муйыллы туғай” повесть йыйынтыҡтары замандаштар – уҡытыусылар, журналистар тормошо менән таныштыра.
Талантлы яҙыусы тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй. Ул Самуил Маршактың балалар өсөн әҫәрҙәрен, К. Цеткиндың Ленин хаҡында иҫтәлектәрен, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, мари, украин һәм сыуаш шағирҙары әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.
2015 йылда “Китап” нәшриәтендә әҙиптең “Һайланма әҫәрҙәр”енең I томы донъя күрҙе. Баҫманың беренсе бүлегендә уның 2010 – 2014 йылдарҙа ижад ителгән яңы шиғырҙары һәм поэмалары, икенсеһендә бынан алдағы төрлө йылдарҙа баҫылған әҫәрҙәре тупланған. Өсөнсө бүлектә шағирҙың «Уттар», «Йөрәк алмаһы», «Ҡайын һуты», «Ҡыҙыл тоҙ», «Ылау» һәм башҡа поэмалары урынлаштырылған.
Ә инде 2019 йылда күренекле яҙыусының «Һайланма әҫәрҙәр»енең II томы донъя күрҙе. Унда тормош һәм ижад юлы хаҡындағы ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре, ҡәләмдәштәренең ижади портреттары, мауыҡтырғыс хикәйәләр һәм юморескалары ингән. Әҫәрҙәрҙә республикабыҙҙың бер быуатлыҡ тарихы ярылып ята, тиергә мөмкин. Һуғыш йылдарында совет халҡының героизмы, мөхәббәт һәм дуҫлыҡ, изгелек һәм яуызлыҡ көрәше темалары күтәрелә, уҡытыусылар һәм журналистар тормошо сағылдырыла. Башҡорт һәм татар яҙыусылары, ижадташ дуҫтары хаҡындағы иҫтәлектәре лә урын алған.
Әлеге ваҡытта “Китап” нәшриәтендә III том баҫмаға әҙерләнә. Шағир әүҙем рәүештә IV том өҫтөндә лә эшләй. Уға был эшендә тормош юлдашы Гөлсөм апай ярҙам итә.
Үткән көҙ 90 йәшен билдәләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рауил Шаммас, һуҡырайыуға ҡарамаҫтан, тыуған республикаһына хеҙмәт итеүҙе дауам итә, заманының актуаль мәсьәләләрен күтәреп, яңы әҫәрҙәр яҙа, матбуғатта сығыш яһай. Яҙыусының рухи көсө, уның Ватанына, тыуған мәҙәниәтенә фиҙакәр хеҙмәт итеүе йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө булып тора.
Ә бөгөн милли әҙәбиәт классигы хаҡлы рәүештә “Башҡортостандың халыҡ шағиры” тигән юғары исемгә лайыҡ булды. Шағирҙы ихлас ҡотлап, тағы оҙаҡ йылдарға етерлек һаулыҡ, илһамлы ижад теләйбеҙ!
Фотолар: Мәҙәниәт министрлығы сайты.
Автор: Равиля Гатауллина
Читайте нас: