Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә мәктәптәргә автобустар тапшырҙы.
19 урынлыҡ “ГАЗель Некст” автобусы Янғантау урта мәктәбенә лә бирелде.
“Бына өр-яңы автобус алып ҡайтып киләбеҙ. Бик уңайлы һәм хәүефһеҙ итеп йыһазландырылған. Уны тәжрибәле шоферыбыҙ Фәрит Абраров йөрөтәсәк,” – тип һөйөнсөләне мәктәп директоры Фирғәт Ғимранов.
Республика ауыл мәктәптәренә бөгөн бөтәһе 38 автобус юлланды. Улар республика мәғариф кәңәшмәһе сиктәрендә баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холы янында тапшырылды. “ГАЗель Некст” автобустары ГЛОНАСС системаһы һәм тахографтар менән йыһазландырылған.