Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
3 Июль 2020, 18:34

ӨС ИГЕҘӘК ТЫУҒАН

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортонда бер ай элек тыуған өс игеҙ сабый өйҙәренә ҡайтарылды.

Ғ.Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортонда бер ай элек тыуған өс игеҙ сабый өйҙәренә ҡайтарылды. Ҡыҙҙар 4 июндә донъяға ауаз һалды, ләкин һәр береһенең ауырлығы ике килограмм самаһы булғанға, уларға табиптар күҙәтеүе аҫтында ҡалырға тура килде.
Сибайҙан йәш ата-әсә ҡыҙҙарына исем ҡушҡан да инде: Полина, Арина һәм Ева. Күп балалы әсә Резеда Арнаутова «Хәбәрҙәр-Башҡортостан» хәбәрселәренә балаларҙы ғаилә дуҫы бүләк иткән төйрәүестәргә ҡарап айырыуын әйтте. Хәҙер иҫтәлекле билдә ҡыҙҙарҙың башлыҡтарына беркетелгән.
«Ләкин барыбер әсә йөрәге һиҙә, мин төндә уларҙың кемеһе илағанын айырам», — тине өс бала әсәһе.
Читайте нас: