Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
20 Февраль 2020, 14:35

МИРАС, МӨХӘМӘТ ҺӘМ ГӨЛЛИ!

Өфөлә Сыңғыҙовтар ғаиләһендә 3 февралдә өс игеҙәк бала тыуҙы. Республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән Мирас, Мөхәммәт һәм Гөлли үҙҙәрен яҡшы тоя. Балалар һәр береһе икешәр килограмм ауырлыҡта тыуған. Сәләмәт сабыйҙарҙы әсә операцияһыҙ, үҙе тапҡан. Бындай ҡатмарлы осраҡта ҡатынға һәм игеҙәктәргә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн өсөнсө кимәлдәге медицина учреждениеһы ярҙамға килгән.Күп бала тәрбиәләгән Сыңғыҙовтар йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ биш йыл элек Баймаҡ районында торлаҡҡа сиратҡа баҫҡан. Дәүләт ярҙамына мохтаж ғаилә үҙенә тәғәйен пособиеларҙы һәм түләүҙәрҙе юллап, матди хәлен мотлаҡ яҡшыртыр, тип көтөлә.

Өфөлә Сыңғыҙовтар ғаиләһендә 3 февралдә өс игеҙәк бала тыуҙы.
Республика перинаталь үҙәгендә донъяға килгән Мирас, Мөхәммәт һәм Гөлли үҙҙәрен яҡшы тоя. Балалар һәр береһе икешәр килограмм ауырлыҡта тыуған. Сәләмәт сабыйҙарҙы әсә операцияһыҙ, үҙе тапҡан. Бындай ҡатмарлы осраҡта ҡатынға һәм игеҙәктәргә квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтелһен өсөн өсөнсө кимәлдәге медицина учреждениеһы ярҙамға килгән.
Күп бала тәрбиәләгән Сыңғыҙовтар йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж аҙ тәьмин ителгән ғаилә булараҡ биш йыл элек Баймаҡ районында торлаҡҡа сиратҡа баҫҡан. Дәүләт ярҙамына мохтаж ғаилә үҙенә тәғәйен пособиеларҙы һәм түләүҙәрҙе юллап, матди хәлен мотлаҡ яҡшыртыр, тип көтөлә.
Читайте нас: