Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
6 Февраль 2020, 18:23

«Ауыл ипотекаһы» 0,1 процент буласаҡ!

Февралдә «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса кредит бирә башлаясаҡтар.

Февралдә «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса кредит бирә башлаясаҡтар.
Төбәк уның ставкаһын 3 проценттан 0,1 процентҡа тиклем төшөрәсәк.
Был хаҡта Өфөлә үткән «Ауыл биләмәләренең комплекслы үҫеше һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү» Бөтә Рәсәй семинарында БР Хөкүмәте вице-премьеры , БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов белдерҙе. Программала ҡатнашырға 16 банк заявка биргән. Ипотека алырға теләүселәр күп.
«Норматив документацияны ғына әҙерләргә ҡалды. Төбәктең ауыл халҡы өсөн кредиттың процент ставкаһын кәметеү тәҡдимен хуплайбыҙ һәм республиканың ундай мөмкинлеге булыуы яҡшы», – тип билдәләгән РФ ауыл хужалығы министры урынбаҫары Оксана Лут. Министрлыҡ ошо көндәрҙә банк- партерҙар исемлеген формалаштырып бөтәсәк.
2020 йылдарҙа программаны финанслауға федераль ҡаҙнаға 1 млрд һум аҡса һалынған. 2025 йылға тиклем 200 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшырта аласаҡ.
Проектта ҡатнашыусылар ауыл ерендә йорт төҙөү өсөн ер участкаһы, әҙер йорт алырға мөмкин. Аҡсаны башланған төҙөлөштө дауам итергә , элек алынған кредиттарҙы ҡаплау өсөн дә алырға була.
Читайте нас: