Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
21 Ғинуар 2020, 16:50

ИРТӘГӘ МӨРСӘЛИМДӘ ЯҢЫ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО АСЫЛА!

Бының хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ хәбәр итте. Мәҙәниәт йортон асыу саралары 11.00 сәғәттә башлана.Яңы объектты асыу тантанаһында бай программа тәҡдим ителә. Уның менән САЙТҠА инеп танышығыҙ.

Бының хаҡта бөгөнгө оператив кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Марс КАШАПОВ хәбәр итте. Мәҙәниәт йортон асыу саралары 11.00 сәғәттә башлана.
Мөрсәлим ауылында яңы клуб “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит”, шулай уҡ ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 яңы объект” республика проекттарына ярашлы төҙөлдө.
Яңы объектты асыу тантанаһында бай программа тәҡдим ителә. Салауат районының мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илнур Вәлиев белдереүенсә, сара мәлендә концерт, спектакль, кинофильм һәм йәнһүрәт күрһәтеү ойошторола.
Сараның ПРОГРАММАҺЫ:
  • ҡунаҡтарҙы ҡаршылау;
  • объектты асыу тантанаһы;
  • яңы мәҙәниәт йортона экскурсия;
  • “Тирмәкәй” ҡурсаҡ спектаклен күрһәтеү;
  • милли ризыҡтар менән сәй табыны;
  • төҙөүселәрҙең асҡысты тапшырыуы;
  • ҡунаҡтарҙың ҡотлауы;
  • “Ауылда байрам” концерты;
  • “Һалҡын йөрәк” ("Холодное сердце") йәнһүрәте һәм “Минең тормошом” ("Моя жизнь") кинофильмын күрһәтеү;
  • “Бейеү ритмында” киске уйыны.
  • Фото: социаль селтәрҙәрҙән.
    Читайте нас: