Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
7 Ғинуар 2020, 12:02

РАДИЙ ХӘБИРОВТЫҢ ЯҢЫ ФОТОЛАРЫ

Республика Башлығының ниндәй фотолары халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты?

Республика Башлығының ниндәй фотолары халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты?
Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә үҙенең йәнә бер дуҫы - тутыйғош менән фотоһы менән уртаҡлашты һәм “2020 йылға пландар ҡорабыҙ” тигән яҙып ҡуйҙы.
Әйткәндәй, төбәк Башлығының был фотоһы, башҡаларынан айырмалы рәүештә, йылы өй мөхитендә төшкәнлеге менән айырылып тора, шуға күрә социаль селтәрҙә фотоға ҡарата төрлө комментарийҙар яҙылды, теләктәр әйтелде.
Радий Хәбировтың ошо көндәрҙә улы Фәрит менән төшкән фотоһы ла республика халҡында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. “Был егеттең исеме – Фәрит. Шулай килеп сыҡты, бөгөн атайым Фәрит Барый улының Тыуған көнө. 90 йәш тулған булыр ине...
Шул иҫ киткес һәм көслө кешенең рухы бөгөн ошо бәләкәстә йәшәй”, - тиелгән был матур фотоға аңлатмала.