Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
13 Декабрь 2019, 09:30

ПАСПОРТЛЫ БУЛДЫЛАР

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан республиканың район һәм ҡалаларында тѳрлѳ саралар уҙҙы. Шул иҫәптән, Салауат районында 14 йәше тулған туғыҙ үҫмергә тантаналы рәүештә паспорт тапшырылды.Сарала район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлеге начальнигы Азат Ғәйнетдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик Асҡаров, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова ҡатнашып, балаларға иң изге теләктәрен еткерҙе. Азат Ампер улы Богдан Смаханов (Мөрсәлим), Шамил Хәйретдинов (Лаҡлы), Айдамир Нотфуллин (Малаяҙ), Данир Хәйбуллин (Ишембай), Айнур Рәхмәтуллин (Татар Малаяҙы), Алика Әхмәтйәнова (Малаяҙ), Анастасия Будылина (Комсомол), Денис Хәкимйәнов (Малаяҙ), Эвелина Бикҡоловаға (Мөрсәлим) паспорттар, ә Адик Әбғәлим улы уларға тышлыҡтар тапшырҙы. “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре балаларға буклеттар таратты.

Рәсәй Конституцияһы көнө уңайынан республиканың район һәм ҡалаларында тѳрлѳ саралар уҙҙы. Шул иҫәптән, Салауат районында 14 йәше тулған туғыҙ үҫмергә тантаналы рәүештә паспорт тапшырылды.
Сарала район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлеге начальнигы Азат Ғәйнетдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Адик Асҡаров, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова ҡатнашып, балаларға иң изге теләктәрен еткерҙе.
Азат Ампер улы Богдан Смаханов (Мөрсәлим), Шамил Хәйретдинов (Лаҡлы), Айдамир Нотфуллин (Малаяҙ), Данир Хәйбуллин (Ишембай), Айнур Рәхмәтуллин (Татар Малаяҙы), Алика Әхмәтйәнова (Малаяҙ), Анастасия Будылина (Комсомол), Денис Хәкимйәнов (Малаяҙ), Эвелина Бикҡоловаға (Мөрсәлим) паспорттар, ә Адик Әбғәлим улы уларға тышлыҡтар тапшырҙы. “Шоңҡар” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубы хеҙмәткәрҙәре балаларға буклеттар таратты.