Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
13 Декабрь 2019, 21:20

Каток асыҡ, рәхим итегеҙ!

Малаяҙ ауылында боҙ майҙансығын асыу тантанаһы үтте.Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре катокка килеүселәргә лотерея билеты уйнатты, эстафета һәм төрлө уйындар ойошторҙо. Боҙ майҙансығы көн һайын ялһыҙ эшләйәсәк, график төҙөлгән.

Малаяҙ ауылында боҙ майҙансығын асыу тантанаһы үтте.
Сарала ҡатнашыусыларҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Айгиз Әхмәтйәнов сәләмләне. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе хеҙмәткәрҙәре катокка килеүселәргә лотерея билеты уйнатты, эстафета һәм төрлө уйындар ойошторҙо.
Боҙ майҙансығы көн һайын ялһыҙ эшләйәсәк, график төҙөлгән. Иртәнге 10.00-дан 13.00 сәғәткә тиклем 7 йәшкә ҡәҙәре балалар өлкәндәр оҙатыуында килә ала, инеү – түләүһеҙ. 14.0018.00 сәғәттәрҙә хоккейсылар күнекмәләр үткәрә. Кисен 19.3021.30 сәғәттәрҙә асыҡ була, унда түләп керергә кәрәк. Һуғыш һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандарына инеү бушлай. Киске ваҡытта 10 йәштән алып балалар үҙҙәре килә ала, унан кесерәктәргә өлкәндәр менән булыуы мотлаҡ.
ДЮСШ директоры Павел Томилин хәбәр итеүенсә, һауа торошо температураһы 20 градустан һалҡын булһа, каток ҡабул итмәйәсәк. Шулай уҡ яңы йыл каникулдары мәлендә майҙансыҡ икенсе график буйынса эшләйәсәк.
Читайте нас: