Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
29 Ноябрь 2019, 08:30

Миәшәгәр янында “НЛО”-ны күргәндәр

Кисә районыбыҙға социаль селтәрҙәрҙә бәйле булған төркөмдәрҙә күк йөҙөндә ғәжәйеп күренешкә шаһит булыуҙары тураһында хәбәр таралды. Бәғзеләр хатта был билдәһеҙ объектты Миәшәгәр, Лағыр яҡтарында ла күреүҙәрен яҙҙы. Был “НЛО” булыуы ихтимал тигән фараздар ҙа булды. "Был “Тополь-М” ракетаһылыр, һынауҙар ваҡытында ул шундай эҙ ҡалдыра", - тип яҙҙы комментарийҙарында ҡайһы берәүҙәр. Һәм улар хаҡлы булып сыҡты.ТАСС, Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә таянып, 28 ноябрҙә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең Капустин Яр полигонынан “Тополь” баллистик ракетаһын осороуы, һынауҙарҙың уңышлы үтеүе тураһында хәбәр итә.

Кисә районыбыҙға социаль селтәрҙәрҙә бәйле булған төркөмдәрҙә күк йөҙөндә ғәжәйеп күренешкә шаһит булыуҙары тураһында хәбәр таралды. Бәғзеләр хатта был билдәһеҙ объектты Миәшәгәр, Лағыр яҡтарында ла күреүҙәрен яҙҙы. Был “НЛО” булыуы ихтимал тигән фараздар ҙа булды. "Был “Тополь-М” ракетаһылыр, һынауҙар ваҡытында ул шундай эҙ ҡалдыра", - тип яҙҙы комментарийҙарында ҡайһы берәүҙәр. Һәм улар хаҡлы булып сыҡты.
ТАСС, Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәренә таянып, 28 ноябрҙә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренең Капустин Яр полигонынан “Тополь” баллистик ракетаһын осороуы, һынауҙарҙың уңышлы үтеүе тураһында хәбәр итә.
Читайте нас: