Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
27 Ноябрь 2019, 11:25

“Шағир көндәлеге” фильмы төшөрөлә башланы

Булат Йосопов яҡташыбыҙ, бөйөк шағир Рәми Ғарипов иҫтәлегенә арналған “Шағир көндәлеге” фильмын төшөрә башланы.Булат Тимер улының “Бабич” һәм “Беренсе Республика” фильмдарынан һуң, “Шағир көндәлеге” трилогияның һуңғы өлөшө буласаҡ. Картинаны киләһе йылдың яҙына тамамларға иҫәп тоталар, ә премьера көҙгөһөн күрһәтеләсәк. Кинотаҫма күберәк ҡыш миҙгелен һүрәтләйәсәк, сценарийҙы РФ-ның халыҡ артисы Таңсулпан Бабич менән Гөлсәсәк Саламатова яҙған. Продюсер – Леонид Филинов, рәссам-ҡуйыусы – Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова.Режиссер әйтеүенсә, фильм халыҡтан йыйылған аҡсаға төшөрөлә.

Булат Йосопов яҡташыбыҙ, бөйөк шағир Рәми Ғарипов иҫтәлегенә арналған “Шағир көндәлеге” фильмын төшөрә башланы.
Булат Тимер улының “Бабич” һәм “Беренсе Республика” фильмдарынан һуң, “Шағир көндәлеге” трилогияның һуңғы өлөшө буласаҡ. Картинаны киләһе йылдың яҙына тамамларға иҫәп тоталар, ә премьера көҙгөһөн күрһәтеләсәк. Кинотаҫма күберәк ҡыш миҙгелен һүрәтләйәсәк, сценарийҙы РФ-ның халыҡ артисы Таңсулпан Бабич менән Гөлсәсәк Саламатова яҙған. Продюсер – Леонид Филинов, рәссам-ҡуйыусы – Рөстәм Баймөхәмәтов, костюмдар буйынса рәссам – Әлиә Байрамғолова.
Режиссер әйтеүенсә, фильм халыҡтан йыйылған аҡсаға төшөрөлә.
Читайте нас: