Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
12 Ноябрь 2019, 12:00

Күргәҙмәгә рәхим итегеҙ!

Салауат Юлаев музейында аҡса әйләнеше тарихын сағылдырған күргәҙмә асылды.

Салауат Юлаев музейында аҡса әйләнеше тарихын сағылдырған күргәҙмә асылды. Ул “Бонистика и нумизматика” тип атала. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашты.
Унда музей фондының нумизматика һәм бонистика коллекцияһын – Петр I ваҡытындағы Рәсәй империяһының тәнкәләрен, XIX быуаттағы Рәсәйҙең тәүге ҡағыҙ аҡсаларын, совет заманындағы аҡсаларҙы күрергә була. Шулай уҡ күргәҙмәгә Рәсәй аҡсаларының тарихын сағылдырған төрлө мәғлүмәти материалдар ҙа ҡуйылған.
Күргәҙмә 6 декабргә тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас в