Һөйөнсө!
6 Ноября 2019, 04:25

Фәриҙә Ғаззалова икенсегә әсәй булды

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Фәриҙә Ғаззалованың икенсе улы тыуҙы.

Яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Фәриҙә Ғаззалованың икенсе улы тыуҙы.
Был шатлыҡлы яңылыҡ менән ул "Бәйләнештә" төркөмөндә уртаҡлашты:
"Улыбыҙ 30 октябрҙә тыуҙы. Оҙаҡ һәм түҙемһеҙлек менән көттөк. Бигерәк тә улым Асҡар, әсәй, ҡустымды ҡасан күрәм, ти сабырһыҙланды. Ә атаһы ныҡ тулҡынланды. Бәхетле, ғүмерле, тәүфиҡле булығыҙ, балаҡайҙарым", - тип яҙҙы Фәриҙә Ғаззалова.
Беҙ ҙә моңло тауышлы яҡташыбыҙҙы ҡотлап, бәпестең һау-таҙа булып үҫеүен теләйбеҙ.
А.АЛКИНА
Читайте нас