Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
19 Октябрь 2019, 15:46

Төньяҡ-көнсығышта вертолет майҙансығы төҙөләсәк

Төньяҡ-көнсығышта вертолет майҙансығы төҙөләсәкУл Мәсәғүт ауылында урынлашасаҡ

Республикала 14 вертолет майҙансығы төҙөләсәк. Был санитар һәм бизнес авиация үҫеше буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.


Өфөлә улар ҡаланың көньяҡ ҡапҡаһында, “Торатау” конгресс-холы янында, Салауат Юлаев проспекты менән СССР-ҙың 50 йыллығы урамы киҫелешендә, Зинин-Жилин юл айырсаһы, 18-се ҡала дауаханаһы һәм перинаталь үҙәк янында буласаҡ.

Башҡалары республиканың төрлө ҡалаларында, район үҙәктәрендә төҙөләсәк. Төньяҡ-көнсығышта иһә вертолет майҙансығы Мәсәғүттә буласаҡ. Башҡортостанда вертолет майҙансыҡтары "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының "Тәүге медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү" төбәк проектына ярашлы булдырыла.

----------

На северо-востоке республики заработает первая вертолетная площадка для санавиации
Из 14 площадок семь будут располагаться в Уфе на южном въезде, на набережной реки Белой ниже Конгресс-Холла (в районе этнодеревни «Ватан»), на пересечении проспекта Салавата Юлаева и улицы 50 лет СССР, на развязке Зинино-Жилино, у больницы №18 и перинатального центра. Еще семь – в городах и районах республики (Нефтекамск, Баймак, Сибай, Аскино, Белорецк, Стерлитамак и Месягутово). Площадки должны быть оборудованы искусственным покрытием, ветроуказателями, световыми приборами, пунктами ГСМ.


Читайте нас: