Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
11 Сентябрь 2019, 12:40

Иң матур ауыл - Салауат районында

“Башҡортостан Республикаһының иң матур 10 ауылы” исемлегенә Әлкә ауылы индеӘлкәләр төп призға дәғүә итә...

Республикала «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсы бара.

Быйыл конкурс өс этапта уҙарыла. Беренсеһендә 1 августан 15 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул ителде. Конкурста барыһы 48 ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе. Улар араһында Салауат районынан Әлкә ауылы ла булды. Ауылдар раҫланған положение буйынса баһаланып, икенсе турға иң яҡшы 10 ауыл һайлап алынды. Шуныһы ҡыуаныслы, Әлкә ауылы һайлап алыу турын үтеп, “Башҡортостан Республикаһының иң матур 10 ауылы” исемлегенә инде. Әлкәләр төп приз өсөн артабан да көс һынашасаҡ.

Икенсе этап 1-20 сентябрендә уҙасаҡ. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында финалсылар тураһында видеояҙма күрһәтелеп, тамашасылар тауыш биреүе ойоштороласаҡ. Һөҙөмтәлә конкурс комиссияһы биш ауылды билдәләйәсәк. Өсөнсө этапта иң күп йомғаҡ баһаһын алыусылар араһынан еңеүселәр асыҡласанаҡ.

Конкурс еңеүселәренә дипломдар һәм аҡсалата премия тапшырыласаҡ. I урын яулаусы ауылда «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы — 2019» яҙыулы стела ҡуйыласаҡ.

---------

Cтало известно 10 лучших сельских населенных пунктов, которые будут допущены ко второму этапу конкурса «Самое красивое село Республики Башкортостан 2019 года». Среди них есть и с. Алькино Салаватского района. Село Алькино вошло в число 10 самых красивых сел республики.

Желающих заявить о себе как о «самом красивом селе» в этом году оказалось немало – конкурсные заявки поступили от 48 сельских населенных пунктов республики

В настоящее время все представленные материалы находятся на рассмотрении конкурсной комиссии, которой предстоит большая работа по их оценке. Помимо внешнего облика и элементов благоустройства сел, необходимо будет учитывать степень участия односельчан в совместной работе, их активность, социальную ответственность, стремление сохранить местные традиции и сделать свое село туристически привлекательным.
Отобранных комиссией финалистов впереди ждут новые испытания – им предстоит презентация на телеканале «БСТ» с последующим зрительским голосованием.



Читайте нас: