“Янғантау” геопаркы етәкселеге һәм хеҙмәткәрҙәре 3-6 сентябрҙә Индонезияла үткән алтынсы Азия-Тымыҡ океан геопарктар селтәре симпозиумында ҡатнашты. Унда геопарктың исем туйы үтте.
Мәғлүм булыуынса, 1 сентябрҙә Индонезияла ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар буйынса советы берҙәм тауыш менән “Янғантау” геопаркын Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерҙе.
Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров геопаркты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам ҡулын һуҙған һәр кешене еңеү менән ҡотланы. Әле республикала тағы бер геопарк — «Торатау» өҫтөндә эш барыуын белдерҙе.
Бының турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ