Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
27 Ноябрь 2018, 13:08

“Энергосбыт” районға ҡайтты

Малаяҙҙа “Башҡортостан электр энергияһын һатыу” компанияһының клиенттарҙы хеҙмәтләндереү офисы асылды“ЭСКБ”-ның Малаяҙ ауылындағы участкаһы 2016 йылдың декабрендә Ҡыйғы районына ҡушылғайны. Ике йыл халыҡ хеҙмәтләндереү буйынса ҡыйынлыҡ кисерҙе. Хәҙер был ауырлыҡтар артта ҡалды.

Электр утына түләү, иҫәпләү приборҙарындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшертеү, яңы йорт һалһаң, ут үткәртеүгә килешеү төҙөү өсөн хәҙер Ҡыйғы районына йөрөргә кәрәкмәй. Район халҡы өсөн Малаяҙ ауылында “ЭСКБ” компа­нияһының айырым офисы асылды. Клиент­тарҙы хеҙмәтләндереү офисы баҙар эргәһендәге элекке көнкүреш техни­каһы мага­зи­нының төҙөк­лән­дерелеп, яңыр­тылған бинаһында, уңайлы урында урын­лашҡан.

Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Марс Кашапов, “Башҡор­тостан электр энергияһын һатыу” яуаплылығы сиклән­гән йәмғиәте генераль директоры Андрей Травкин, Салауат РЭС-ы начальнигы Ромен Шәрәфетдинов, компания вәкилдәре, райондың энергетика ветерандары ҡатнашты. “ЭСКБ” ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре электр энергияһына түләү, клиенттарҙы хеҙмәтләндереүҙең заманса контакт үҙәге мөмкинлектәре, виртуаль системаның уңайлыҡтары тураһында һөйләне. Офисты асыр алдынан бәләкәй генә, ҡурай моңо һәм йырҙан торған, шоу-программа ла ойошторолдо.

Хакимиәт башлығы Марс Кашапов “Энергосбыт”тың районға кире ҡайтыуы урындағы халыҡ өсөн уңайлы буласағын билдәләне.

– Электрон түләү системаһы менән барыһы ла, бигерәк тә өлкән быуын кешеләре, ҡуллана алмай бит. Офистың автовокзалға яҡын булыуы райондың 60 ауылында йәшәүсе халҡына бында инеп сығыу өсөн бик ҡулай буласаҡ, – тине ул сығышында.

Ишек алды сағыу шарҙар менән биҙәлгән яңы объектҡа ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, тантанала ҡатнашыусылар эскә үтте. “ЭСКБ”-ның Ҡыйғы – Салауат участкаһы начальнигы Роберт Низамов офистың эше менән таныштырҙы. Бында клиенттарҙы ике тәҙрәлә хеҙмәтләндерәләр. Электр энергияһына түләү менән бәйле операцияларҙы башҡарыу өсөн терминал да ҡуйыласаҡ. Бинаға инеү урыны мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлы итеп эшләнгән. “Башэлектросбыт” офисы райондағы 12 меңләп гражданды һәм 329 юридик шәхесте хеҙмәтләндерә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “ЭСКБ”-ның Малаяҙ ауылындағы участкаһы 2016 йылдың декабрендә Ҡыйғы районына ҡушылғайны. Ике йыл халыҡ хеҙмәтләндереү буйынса ҡыйынлыҡ кисерҙе. Хәҙер был ауырлыҡтар артта ҡалды. Ә офисты асҡан көндө тәүге клиенттарға бүләктәр бирҙеләр.
Читайте нас: