Бөтә яңылыҡтар
Һөйөнсө!
2 Ноябрь 2018, 13:07

Ахунға газ үтә

Ауылдың урамдарына әле газ торбалары һалына. Төҙөлөш эшен Туймазы ҡалаһынан генераль подрядсы “Газтехнострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара.

Ауылдың урамдарына әле газ торбалары һалына. Төҙөлөш эшен Туймазы ҡалаһынан генераль подрядсы “Газтехнострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара.
– Ахунға газ үткәреүгә октябрь башында тотонғайнылар. Әле ауылдың Яңы төҙөлөш һәм Үҙәк урамдарында эштәр бара, – тине Мәсетле ауыл биләмәһе башлығы Адик Асҡаров. – Генподряд ойошмаһы директоры Руслан Ишбулатов төҙөлөш эштәрен йыл һуңына тиклем тамамларға ышандырҙы. Улар менән 46 млн. һумға контракт төҙөлгән. 14 километр арауыҡҡа – түбән баҫымлы, 3,5 км-ға юғары баҫымлы газға торбалар һалына. Ахунда бөтәһе биш урам бар, “зәңгәр яғыулыҡ” селтәре ауылға тулыһынса үтәсәк.
Бөгөн ауыл урамдарында 2 ҡеүәтле экскаватор һәм 5 эшсе эшләй. Бригаданың эшселәр менән көсәйтелеүе көтөлә. Быйыл төҙөлөш эштәре тамамланғас, урындағы халыҡтың ғаризалары буйынса йорттарға керетеләсәк. Ауылға газ киләһе йылдың көҙөнә биреләсәк.
Ахундар оҙаҡ йылдар ауылға тәбиғи газдың үтеүен көттө. Унда халыҡ ҡышын утын яғып йәшәй. Ниһайәт, уларға ла был уңайлыҡ килеп етте.
Читайте нас: