Бөтә яңылыҡтар
3 Май , 14:08

Күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәргәндә кредит йәки заемды нисек юлларға?

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Әгәр төбәк программаһы менән билдәләнгән ваҡытҡа тиклем эштәр башҡарыу кәрәклеге килеп тыуһа һәм махсус иҫәптә тупланмалар етерлек булмаһа, капиталь ремонтҡа кредит кәрәк булыуы ихтимал.

Милекселәрҙең түләйәсәк иғәнәләре суммаһы артмаясаҡ, сөнки капиталь ремонт фондына мотлаҡ индерелгән айлыҡ иғәнәләр төп түләү сығанағы булып тора. Йорттоң энергия һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу иҫәбенә экономияланған аҡса кредитты ҡаплауҙа өҫтәмә сығанаҡ була ала.

Мөһим шарт: күп фатирлы йорт хужалары капиталь ремонт фондын махсус иҫәптә булдырған осраҡта ғына, кредитты рәсмиләштереп була.

Кредитты торлаҡ милекселәре ширҡәте, торлаҡ-төҙөлөш кооперативы, торлаҡ кооперативы йәки махсуслаштырылған башҡа ҡулланыусылар кооперативы, идара итеүсе компания йәки милекселәрҙең дөйөм йыйылышы ҡарары менән вәкәләт бирелгән башҡа кеше алырға мөмкин.

Ниндәй эштәр күҙалланыуын билдәләргә, уларҙың хаҡын баһаларға һәм финанслау сығанаҡтарын асыҡларға кәрәк. Аҡса етмәһә, күҙалланған эштәрҙе финанслау өсөн ниндәй кредиттар тәҡдим ителеүен белеү һәм кредит буйынса алдан тәҡдим алыу өсөн банкҡа мөрәжәғәт итеү зарур.

Артабан дөйөм йыйылышта фатир хужаларына түбәндәге ҡарарҙарҙы ҡабул итергә кәрәк (милекселәрҙең дөйөм тауышының кәмендә 2/3 тауышын йыйырға):

Күп фатирлы йортҡа нисек капиталь ремонт үткәреү (эштәр исемлеген, сығымдар сметаһын, ремонт үткәреү ваҡытын, эштәрҙе башҡарыу өсөн подряд ойошмаларын, башҡарылған эште ҡабул итеүҙә ҡатнашырға һәм милекселәр исеменән акттарға ҡул ҡуйырға вәкәләтле кешене, финанслау сығанаҡтарын билдәләү).

Банк менән кредит килешеүе төҙөү (унда банк исеме, кредит суммаһы, кредиттың маҡсаттары, кредит килешеүе төҙөргә вәкәләтле кеше, кредит килешеүе төҙөү ваҡыты күрһәтелергә тейеш).

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ:
— капиталь ремонт үткәреү һәм кредит йәлеп итеү тураһындағы ҡарар беркетелгән дөйөм йыйылыш протоколы;
— махсус иҫәптән өҙөмтә;
— кредит алыуға анкета-ғариза.

Шунан һуң банкҡа кредит алыу өсөн ғариза менән мөрәжәғәт итергә мөмкин.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: