Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда йыл башынан янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән

Йыл башынан алып 3 майға тиклем Башҡортостанда дүрт янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Фажиғәле осраҡтар Мишкә, Белорет, Бишбүләк һәм Дыуан райондарында теркәлгән.

Башҡортостанда йыл башынан янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән
Башҡортостанда йыл башынан янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән
Фото:Ксения Калинина

 Янғындарҙың барыһы ла шәхси йорттарҙа сыҡҡан. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, былтыр ошо осорҙа бер бала һәләк булған.

Янғын һүндереүселәр иҫкәртә:

  • Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
  • Уларҙы янғын ваҡытында дөрөҫ эш итергә өйрәтегеҙ!
  • Төндә бөтә электр приборҙарын һүндерегеҙ!
  • Иҫке электр сымдарын яңыһына алмаштырығыҙ!
  • Өйҙә янғын тураһында иҫкәрткән прибор һәм янғын һүндергес булырға тейеш!

«Балаға шәхси йортта ут сыҡһа, тиҙ арала эвакуацияланырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Йәшенмәҫкә, уйынсыҡ йәки бесәй артынан йүгермәҫкә, ә эвакуацияланырға», — тип билдәләнеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-05-03/v-bashkirii-s-nachala-goda-na-pozharah-pogibli-7-detey-3751797

Автор:Дарья Субботина
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: