Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда 900 пенсионер бушлай туристик юллама аласаҡ

20 майҙан пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн субсидиялау өсөн сертификаттар тапшырыу башлана, тип хәбәр иттеләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Башҡортостанда 900 пенсионер бушлай туристик юллама аласаҡ
Башҡортостанда 900 пенсионер бушлай туристик юллама аласаҡ

Ярҙам «Башҡортостанда эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү» дәүләт программаһының «Туризмдың социаль ролен үҫтереү һәм көсәйтеү» ярҙамсы программаһында ҡаралған.

Пенсионерҙарға сертификаттарҙы республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә бирәләр, тип хәбәр итә «Республика Башкортостан» гәзите.

Быйыл программала ҡатнашыусылар өсөн республика биләмәһендә маршруттар буйынса 170 социаль тур әҙерләнгән. 905 пенсионер һәм инвалид юллама аласаҡ, ярҙамдың суммаһы 7,8 миллион һум тәшкил итәсәк.

Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: